"УРАЛ БАТЫР" БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ЭПОСЫНЫҢ ПОЭТИКАҺЫ
Gölnar YULDIBAYEVA
2017
ULUSLARARASI TÜRK LEHÇE ARAŞTIRMALARI DERGİSİ (TÜRKLAD)
Аннотация Статья "Урал-батыр" башҡорт халыҡ эпосының поэтикаһын өйрәнеүгә арналған. Боронғо мифологияға нигеҙендә тыуған "Урал-батыр" эпосы башҡорт халҡының ғына түгел, ә бөтә донъя мәҙәниәтенең ҡиммәтле рухи хазинаһы ул. Эпос йөкмәткеһе тәү сиратта уның сюжетында, ерҙәге мәңгелек йәшәйеш, тыныслыҡ, муллыҡ, яҡшылыҡ өсөн көрәш идеяларында сағылыш ала. Уның тәрән идея йөкмәткеһе халыҡ фантазияһы менән сәнғәтсә үрелеп бирелеп, күп төрлө һүрәтләү алымдары, йәғни эпос стиленә яраҡлашҡан күп һанлы
more »
... тик ҡабатлауҙар, ҡатмарлы сағыштырыуҙар, эпитеттар, гиперболалар, метафоралар менән биҙәлгән. Эпос поэтикаһы ситуациялар, мотивтар, бер төр поэтик алымдар, тасуири саралар, символдар ҡабатланышы менән иркен иш итә. "Урал батыр"ҙағы теге йәки был һүрәтләү сараһы ул үҙмаҡсат, телде биҙәү өсөн генә ҡулланылған һүҙ түгел, ә эпостың идея йөкмәткеһен, образдарын тәрәнерәк һәм анығыраҡ асыу, артабанғы үҫешен күрһәтеү өсөн ярҙам итә. Б ашҡорт халыҡ эпосының ҡайһы бер поэтик үҙенсәлектәрен генә өйрәнеү ҙә, уның классик эпостар традицияһында барлыҡҡа килеүен дәлилләй ала. Асҡыс һүҙҙәр: Башҡорт халыҡ эпосы, Мифология, Халыҡ ижады, Поэтика, Сағыштырыуҙар, Эпитеттар, Гипербола, Фольклор. URAL-BATIR BAŞKURT HALK DESTANININ POETİKASI Özet Makalede Başkurt halk destanı Ural-Batır'ın poetikası ele alınmaktadır. Eski mitolojik köklere sahip olan Ural-Batır destanı yalnız Başkurt halkının değil, tüm dünya medeniyetinin kıymetli ruhi hazinelerinden biridir. Destanın içeriğinde öncelikle yeryüzündeki ebedî yaşam, barış, bolluk, iyilik için mücadele fikirleri yansıtılmaktadır. Destanın derin fikrî içeriği, halkın hayal gücü ile sanatkârane bir şekilde örülüp verilerek çeşitli tasvirî yollar, yani destan tarzına uyarlanan çok sayıda poetik tekrarlar, çetrefilli karşılaştırmalar, sıfatlar, mübalağalar, metaforlar ile süslenmiştir. Destan poetikası durumlar, motifler, çeşitli poetik usuller, tasviri vasıtalar, sembollerin tekrarlanmasıyla rahat ifade imkânı sağlıyor. "Ural-Batır"daki bu tasvirî usullerdeki amaç, yalnızca dilde kullanılan bir süsleme aracı değil, aynı zamanda destanın fikrî içeriğinin, görünümlerinin daha derin ve daha anlaşılır olmasına, arka plandaki gelişimi göstermesine de yardım etmektedir. Başkurt halk destanının herhangi bir poetik özelliğini öğrenmek bile onun klasik destan geleneğinde ortaya çıktığını ispat etmeye yetiyor. Abstract The article is devoted to the study of the poetics of the Bashkir folk epic "Ural-batyr". "Ural-batyr", created by the genius of the people on the basis of ancient mythology, is an invaluable monument not only of Bashkir but also of world culture. It reflects the ideas of the eternity of life and peace on earth, the idea of prosperity, the idea of the victory of light over darkness, the triumph of good over evil. The high artistic merits of the epic, the heroic character of the content, are expressed in poetic language and epic style. The style of the Bashkir epic is characterized by numerous repetitions, epic formulas, complex comparisons, constant epithets, hyperboles, metaphors. Means of figurative expressiveness, used in the epic, are not simple ornaments, but stem from the inner needs of folk tales, from the general requirements of epic imagery. All the artistic means used in the epic "Ural-batyr" bear a certain burden in the disclosure of certain aspects of the events described. And consideration of even some of the artistic features of the epic allows us to assert that this work was created in the best traditions of the classical epic. «Урал батыр» -башҡорт халыҡ эпик ҡомартҡыларының иң алдында торған юл башы, иң боронғо поэтик хәтер ебе, иң архаик ҡарыһүҙ фекер рәүеше, фантастик уй-хыял ҡаҙнаһы, иң ҡәҙимге тасуири һүҙ, һүрәттәр төйөнө» 1 . Эпос йөкмәткеһе тәү сиратта уның сюжетында сағыла. Шуның өсөн һүрәтләү сараларын сюжет ситуацияларынан, мотивтарҙан айырмайынса ҡарарға һәм уларҙың функцияһын билдәләргә кәрәк. Уның тәрән идея йөкмәткеһе халыҡ фантазияһы менән сәнғәтсә үрелеп бирелеп, күп төрлө һүрәтләү алымдары, йәғни эпос стиленә яраҡлашҡан күп һанлы поэтик ҡабатлауҙар, ҡатмарлы сағыштырыуҙар, эпитеттар, гиперболалар менән биҙәлгән. Эпик ҡобайыр поэтикаһы ситуациялар, мотивтар, бер төр поэтик алымдар, тасуири саралар, символдар ҡабатланышы менән иркен иш итә. Мәҫәлән, Урал батырҙың бер-бер артлы ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығыуы, алыш картиналары, йәшәү, үлем, йола һ.б. мотивтарҙың даими ҡабатланып килеүе, бер-береһенә оҡшаш ваҡиғалар, хикәйәләүҙәге тавтологиялар -былар барыһы ла шуны раҫлай итә. Сәсәндәр идеаль геройҙы һүрәтләгәндә иң сағыу биҙәктәрҙе ни хәтлем күберәк ҡулланһалар, аждаһа-дейеүҙәр, уларҙың батшалары, һатлыҡ Шүлгән образдарын кәүҙәләндергәндә лә, төрлө саралар ярҙамында был персонаждарҙы уҡыусы өсөн нәфрәт тойғоһо уятырлыҡ итеп күрһәтеүгә ирешкәндәр.
doi:10.30563/turklad.342520
fatcat:junywehtt5fbjk45uvhask7os4